четверг, 3 ноября 2011 г.

Төрөктәрҙең Германиялағы мажаралары.


Ибраһим Эсен 1961 йылдан 1973 йылға ҡәҙәр ваҡыт эсендә эшкә ялланып Германияға киткән 710 мең төрөктөң береһе. 1969 йылда Германияға килгән 24 йәшлек Ибраһимдың немец телен өйрәнергә ваҡыты булмай, сөнки ул тәүлегенә 16- шар сәғәт эшләй. Бөгөн дә ул яңы урында шаңҡып ҡалыуын онотмай:”Ҡайҙа йәшәрмен? Кәрәкле нәмәләрҙе ҡайҙан һатып алырмын? Бер үҙеммен, нисек аш- һыу әҙерләргә, нимә ашарға? Тәүге мәлдәрҙә тел, сит культураны өйрәнеү ҡайғыһы булманы,-”тип һөйләй Ибраһим Эсен.

Бер йылдан һуң Ибраһим янына ғаиләһе күсеп килә. Шул замандан бирле улар Германиянан киткәндәре юҡ. Балалары бында бик тиҙ үҙләшеп киткән. Ә ҡатыны немец телен яҡшы итеп өйрәнә алмаһа ла, үҙен Германияла иркен тоя.

“Мин үҙемде сит ил кешеһе итеп тоймайым,- ти Севим Эсен.- Дуҫтарым һәм күршеләрем- немецтар. Беҙ бик йыш бергә булабыҙ: аш- һыу әҙерләйбеҙ, сәйәхәт итәбеҙ. Беҙ бер- беребеҙҙе бик һәйбәт аңлайбыҙ.”

Ибраһим Эсен Германия гражданлығын ҡабул итергә була, шуға күрә уға бындағы закон буйынса Төрөк паспортынан баш тартырға тура килә. Бик һирәк яҡташтары бара быға. Төркиәнән килгән 3 миллион кешенең 700 меңе генә немец гражданлығын ҡабул иткән.

Тамырҙары Төркиәнән булған Берлин эшҡыуары менән һөйләшәбеҙ. Ул Германияла 30 йыл йәшәй, әммә Төркиә паспортын алмаштырмаған.

“Минең өсөн был интеграция – туған телемә, динемә, культурама ҡыҫылышы булмаған ике яҡлы килешеү,- ти Сабахаттин Сари.-Интеграция үтеү өсөн ни өсөн мин үҙ шәхесемде ҡорбан итергә тейеш? Был бит интеграция түгел, ассимиляция була.”

Төрөк йәштәрендә лә ошондай хис- тойғолар. Уларҙың 95 проценты, Германияла тыуһалар ҙа, тәүге нәүбәттә үҙҙәрен төрөк итеп иҫәпләй.

Немец төрөктәре араһында үҙҙәренең миллионерҙары, артистары, политиктары, спортсылары бар, әммә уларҙың йәмғиәткә индергән өлөшө ксенофобия күренештәренән ҡотолорға ирек бирмәй, күрәһең.

Мәҫәлән, Бундесбанк идараһы ағзаһы Тило Сарациндың ғауға тыуҙырған “Германия- үҙ- үҙеңде юҡ итеү” китабы миллион ярымлыҡ тираж менән таралды. Унда автор төрөк йәмғиәтен “Германияны батырыусы йәҙрә”тип атаған.

Берлин һәм Анкара төрөк эшселәренең килешеү буйынса Германияға күсеп эш башлауының 50 йыллығын билдәләгәндә, Ангела Меркель төрөктәргә ҡарата дискриминацияны танырға мәжбүр булды. Был айырыуса эшкә алғанда һиҙелә икән. Канцлер мәсьәләне хәл итеүҙә төрөктәрҙең үҙҙәренә лә телде өйрәнеп, белем кимәлен күтәреп көс һалыу кәрәклеге хаҡында әйтте.

Әйтергә кәрәк, Германияла белем алғандан һуң, Төркиәлә бәхетен һынап ҡарарға теләүсе төрөк йәштәре күбәйә бара.


Комментариев нет:

Отправить комментарий