пятница, 4 ноября 2011 г.

Георгиос Папандреу: «референдум — демократик хоҡуҡ».


Грецияның премьер- министры Георгиос Папандреу Брюссель, Париж, Берлиндың баҫымына бирешмәй. Уның һүҙҙәре буйынса, ауыр һөйләшеүҙән һуң, сит ил ярҙамының икенсе пакеты буйынса Грецияла референдум үткәреү идеяһын ул яҡлай алған.

“Был демократик хоҡуҡ. Мин ышанам: халҡы һәм иле файҙаһына ҡарар ҡабул итеү өсөн, грек халҡында тәжрибә һәм аҡыл етерлек. Позитив ҡарар гректар өсөн генә түгел, бөтә Европа өсөн позитив буласаҡ.”

Әйтергә кәрәк, һорашыуҙар бының киреһен күрһәтә- гректарҙың күпселеге экономия сараларынан шул ҡәҙәр арыған, хатта еврозона менән хушлашырға ла әҙер.

Папандреу һүҙҙәре буйынса, референдум декабрь башында уҡ булыуы мөмкин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий