пятница, 4 ноября 2011 г.

Социалистик Кубала күсемһеҙ милек баҙары тыуа.


Азатлыҡ утрауында Куба революцияһынан һуң беренсе тапҡыр күсемһеҙ милекте һатыу- алыу, бүләк итеү һәм алмаштырыу рөхсәт ителә.

Күҙәтеүҙәр алып барыусылар бер тауыштан Рауль Кастро алып барған социаль- экономик үҙгәртеп ҡороуҙарҙы хуплай. Куба социалистик моделен “актуалләштереү”торлаҡ мәсьәләһен яйға һалырға һәм илдә күсемһеҙ милек баҙарын булдырырға ярҙам итәсәк.

”Гранма”гәзите мәғлүмәттәре буйынса, яңы закон 10 ноябрҙә үҙ көсөнә инәсәк. Ул Куба граждандарына ғына түгел, илдә йәшәгән сит ил граждандарына ла ҡағыласаҡ.

Гаванала йәшәүселәрҙең фекере:

“Элекке тыйыуҙарҙы юҡҡа сығарған бөтә ҡарарҙар ҙә һәйбәт. Беҙ хәҙер тыныс йоҡлайбыҙ! ”

Сентябрь аҙағында ғына Куба властарҙы автомобилдәрҙе һатыу- алыуҙы рәсми рәүештә рөхсәт иттеләр.

Торлаҡ мәсьәләһенә килгәндә инде, яңы закон буйынса кубалылар фатир һәм дачаға эйә була алалар. Килешеүҙәрҙе нотариус теркәйәсәк, бының өсөн түләүҙәрҙең күләме әлегә билдәләнмәгән.

Тиҫтәләгән йылдар буйына күсемһеҙ милек баҙары юҡ саҡта йәшәү шарттарын фатирҙарҙы ҡат- ҡат алмаштырыу юлы менән йәки “йәшерен маклерҙар” ярҙамында ғына яҡшыртып булған. Йәнә бер проблема бар: булған торлаҡтарҙың яртыһынан ашыуы етди ремонт талап итә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий