пятница, 4 ноября 2011 г.

Мосолмандар изге Ғәрәфәт тауында.


Мосолмандарҙың хаж ғәмәлдәре Мәккәләге Оло мәсет янында намаҙ уҡыуҙан башланды.

Быйыл Сәғүд Ғәрәбстаны бөтә донъянан ике миллион мосолманды ҡабул итергә йыйына. Рәсәйҙең квотаһы арттырылған- 22 500 кеше быйыл хаж ҡыласаҡ.

Хаж- Ислам диненең бер нигеҙе. Ислам динендә булган мөьмин бәндәләр, мөмкинлеге булыу менән, Кәғбәтуллаға барып, ихлас күңелдән хаж ҡыла һәм шуның менән әжер- сауапҡа өмөт итә ала.

Бына өс йыл инде Сәғүд властары махсус рөхсәтһеҙ бер кемде лә Мәккәгә индермәйҙәр. Быйылғы йылдан бүтән сикләүҙәр ҙә ҡаралған: мосолмандар изге урындарҙа тәмәке тартырға тейеш түгел, быны боҙоусыларға ҙур штраф түләргә тура киләсәк.

Бөгөн Ғәрәфә ҡыямы көнө, рухи таҙалыҡты күрһәтеп тороусы аҡ кейемдәр кейеп, мосолмандар Ғәрәфәт тауына барасаҡ һәм шунда баҫып ғибәҙәт ҡыласаҡ. Күптәр тауға саҡлы 25 километрҙы йәйәү үтә. Был араны үтеүе ауыр булғандар бәләкәй автобустарҙа килә. Бөгөнгө көндө мосафирҙар намаҙ уҡып үткәрә.

“Ҡаршыңда торам, Раббым, ҡаршыңа килдем. Һиңә бер нәмәне тиңдәш тотмай ҡаршыңда торам. Бөтә маҡтауҙар тик үҙеңә генә, бөтә ниғмәттәр үҙеңдән. Бөтә хужалыҡ һинең үҙеңдеке генә. Һинең тиңдәшең юҡ!-”тиҙәр улар.

Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын! Ғәйет ҡорбанлыҡтары ҡабул булһын, мосолмандар!

Комментариев нет:

Отправить комментарий