понедельник, 7 ноября 2011 г.

Ысын хакерҙарҙы бер нәмә лә туҡтата алмай.


“Анонимдар” һәм “ LulzSec”төркөмө ағзалары һүҙ азатлығын быуа тип иҫәпләгән компаниялар, хөкүмәт учреждениелары менән менән көрәште дауам итергә йыйына.

Микроблогтары “Тwitter”ҙа хәбәр итеүҙәренсә, хакерҙар НАТО-ның мәғлүмәттәр базаһын емергәндәр һәм гигабайт күләмендә йәшерен материалдарҙы күсереп алғандар. Һүҙҙәрен дәлилләү өсөн, улар селтәрҙә ҡайһы бер документтарҙан һылтанмалар биргәндәр.

“Анонимдар” һәм “ LulzSec”төркөмдәренең Sony, Nintendo, Visa һәм PayPal түләү системаларына, Америка сенаты, ФБР һәм ЦРУ-ға ҡарата виртуаль һөжүмдәре- уларҙың иң билдәле акциялары.

Улар,“ Тwitter”-ҙа урынлаштырылған белдереүендә, бер нисә көн элек АҠШ-та, Европала үткәрелгән ҡулға алыуҙар ҡурҡытмауҙары хаҡында яҙҙылар. Мәҫәлән, Нью-Йорк, Калифорния, Флорида и Нью Джерси штаттарында ФБР агенттары 16 кешене тотҡандар. “Анонимам” төркөмөндә булыуы шик аҫтына алынған йәнә 4 әҙәм Нидерландыҙа һәм берәүһе Лондонда һаҡ аҫтына алынған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий