Шаршамбы кис ер тетрәү булған Ван районында төрөк ҡотҡарыусылары емереклектәр араһынан йәнә бер кешене ҡаҙып алдылар, ул иҫән. Ҡазанан ҡотолоп ҡалғандарҙың һаны 25- кә етте. Уларҙың күбеһе журналистар һәм Ҡыҙыл Ярымайҙың төрөк хеҙмәткәрҙәре урынлашҡан ҡунаҡханала йәшәгән. 7 кеше һәләк булған.
Ер тетрәүҙең үҙәге -Эдремит өйәҙе. Бында 25 бина емерелгән, уларҙың 23-ендә кеше йәшәмәгән.
Харабалар араһында эштәр төнө буйы барған. Властарҙа хәбәрһеҙ юғалғандар хаҡында теүәл генә мәғлүмәттәр юҡ. Ҡотҡарыусылар бөтә көстө өс бинаға- ике ҡунаҡханаға һәм кешеләр йәшәгән йортҡа йүнәлткән.
Тәбиғәт ҡазаһы кис, күпселек халыҡ өйҙә саҡта башланған. Ҡурҡынған кешеләр урамдарға йүгереп сыға башлаған. Байтаҡ Вана халҡы өҫтән ҡойолған таш, тимер- томорҙан алған йәрәхәттәр менән дауаханаларға эләккән. Улар араһында тәүге ер тетрәүҙән һуң ҡотҡарыусылар төркөмөндә Ван провинцияһына килгән япон ҡатыны ла бар. Өс аҙна элек булған ул һәләкәт 600 кешенең ғүмерен өҙгәйне.
Комментариев нет:
Отправить комментарий