Европа Үҙәк банкының элекке вице- президенты һәм Греция Банкының элекке башлығы Лукас Пападемос- Грецияның яңы премьер- министры.
Финанс хәлдәрен тотороҡландырырға һәләтле технократты күсеш осоро хөкүмәтенең башына ҡуйыуҙы оппозиция талап итте. 26 октябрҙә Брюсселдә Евроберләшмәһе лидерҙары саммитында билдәләнгән Грецияға ярҙам программаһын Пападемосҡа парламентта раҫларға кәрәк буласаҡ.
Күсеш осоро хөкүмәте өс айҙан ашыу эшләйәсәк. 19 февралдә Грецияла ваҡытынан алда парламент һайлауҙары үткәреләсәк.
Комментариев нет:
Отправить комментарий