Көньяҡ Африка Республикаһында идара итеүсе Африка милли конгресы (АМК) партияһының Йәштәр лигаһы Йоханнесбургта бола ойошторҙо.
Меңләгән активистар, дисциплинар комиссия тикшереүе аҫтындағы башлыҡтары Джулиус Малеманы яҡлау өсөн, АМК штаб- фатиры бинаһы алдына йыйылды.
Демонстрацияла ҡатнашыусылар тәртип һағында тороусыларға һәм журналистарға шешәләр һәм таштар ата башлай, ил президенты Джейкоб Зума портретын яндыра. Боларыусы йәштәрҙе тыйыу өсөн, полиция йәш ағыҙыусы газ һәм һыу атҡыстар ҡулланды.
Малеманың политик карьераһы, ысынлап та, түбәнгә тәгәрәүе ихтимал, сөнки ул биш фекерҙәше менән илдең аҡ тәнле граждандарына ҡарата расистик белдереүҙәр яһаған, банкыларҙы һәм шахталарҙы дәүләт милкенә күсерергә саҡырған. Бынан тыш улар күрше Ботсвананың законлы хөкүмәтен бәреп төшөрөргә өндәгән. Һөҙөмтәлә, Африка милли конгресы етәкселегенең түҙемлеге бөткән.
Күҙәтеүселәрҙең билдәләүенсә, был эш Малеманы партиянан сығарыу менән тамамланырға һәм партияның бүленеүенә килтерергә мөмкин.
Комментариев нет:
Отправить комментарий