пятница, 11 ноября 2011 г.

Грек драмаһы: сиселеш алыҫ түгел.


Гераклға лайыҡлы йөктө Лукас Пападемосҡа һалдылар. Кесаҙна кис Грецияның яңы премьер- министры батып барған кораблдең штурвалын ҡулына алды. Капитандың әлегә командаһы юҡ: коалиция хөкүмәтенең составы тиҙ арала иғлан ителергә тейеш.

Элегерәк Европа Үҙәк банкы башлығының урынбаҫары булған 64 йәшлек технократ илдең киләсәген евроберләшмәһендә күреүен белдергән. Афинанан килгән бындай яңылыҡтарҙы Брюссель, әлбиттә, хуплап ҡабул иткән.

”Грецияла милли берҙәмлек коалиция хөкүмәте төҙөлөүе бик мөһим. Күптән көтөлгән консенсус, кәрәкле сараларҙы тормошҡа ашырып, киләсәктә экономика йәһәтенән аяғында ныҡ баҫып торған дәүләт барлыҡҡа килтерәсәк,-”тип белдерҙе Еврокомиссия спикеры Пия Хансен.

Бөгөн ант итәсәк яңы кабинетта билдәле шәхестәр юҡ. Евангелос Венизелос ҡына эше менән электән күренгән кеше һәм ул, моғайын, финанс министры портфелен һаҡлап ҡалыр ҙа.

Яңы кабинет алдында торған мәсьәлә асыҡ: Брюссель саммитында ҡабул ителгән килешеүҙе үтәү.

Йәғни, гректарҙың билбауҙарын тағы ла ҡыҫыбыраҡ бәйләтеп, сираттағы 130 миллиард евроға эйә булыу һәм Греция бурысының яртыһын иҫәптән сығартыу.

“Пападемос та, Папандреу ҙа бер үк!-”тип һөрән һалды кесаҙна көн Афина урамдарындағы халыҡ. Демонстрацияла ҡатнашыусылар һайлауҙар үткәреүҙе талап итте. Улар бурысҡа батҡан илдең “авгий һарайҙарын”яңы премьер ғына таҙартып бөтә алмай тип иҫәпләй.

Комментариев нет:

Отправить комментарий