вторник, 22 ноября 2011 г.

“Союз” экипажы Ергә ҡайтты.


Мәскәү ваҡыты менән 6 сәғәт 20 минутта пилотлы “Союз”корабле капсулаһы Ҡазахстанға имен- аман килеп төштө. Халыҡ- ара йыһан станцияһында 6 ай булғандан һуң, Ергә Рәсәй йыһангире Сергей Волков, НАСА астронавы Майкл Фоссум һәм уларҙың япон коллегаһы Сатоси Фурукава ҡайтты.

Хәбәр итеүҙәренсә, Ергә төшөү һәйбәт үткән, йыһан сәйәхәтселәре үҙҙәрен яҡшы тоя.

Осош менән идара итеү үҙәгендә һөйләүҙәренсә, “Союз”контролдәге төшөү режимына күскәс, станцияның осоу бейеклеге 425 километр булған- Халыҡ- ара йыһан станцияһынан ҡайтыусы экипаж өсөн был рекорд.

Планлаштырыуҙарынса, “Союз” Ергә 16 ноябрҙә төшөргә тейеш булған. Тик ошо йыл авгусындағы “Прогресс”йөк карабының аварияһы арҡаһында, 29-сы төп экспедиция экипажы ағзаларының ҡайтыуы һуңлаған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий