вторник, 22 ноября 2011 г.

Демократтар һәм республикалылар килешә алманы.

АҠШ-та бюджет дефицитын кәметеү саралары буйынса һөйләшеүҙәр уңышһыҙ булды: йәйен төҙөлгән, Республика һәм Демократия партияларынан алтышар вәкил ингән махсус комитет ағзалары 23 ноябрҙә бюджет дефицитын киләһе ун йыл эсендә 1,2 триллион долларға кәметеү хаҡында килешергә тейештәр ине.

Законда ҡаралған дәүләт ассигнованиеһын ҡыҫҡартыу 2013 финанс йылында автоматик рәүештә үҙ көсөнә инергә тейеш ине.

“Конгресс һәм Ҡушма Штаттарҙың идара итә белеүен бөтә донъяға танытырға, бик тә ябай булмаған иҡтисади хәлдәге Европаға алға хәрәкәт итеү юлдарын күрһәтергә, АҠШ- тағы инвестицияларҙың һәм аҡсаның хәүефһеҙ булыуына ышандырырға мөмкинлегебеҙ бар ине,-”тип белдерҙе демократ Джон Керри.

Когрессмендар бюджет сығымдарын ҡыҫҡартыу буйынса фекер төрлөлөгөн еңеп сыға алманы. Хәҙер, Америка гәзиттәрендә яҙылғанса, социаль түләүҙәр ҙә, оборона сығымдары ла тигеҙ бүленеүе ихтимал. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, АҠШ- тың дәүләт бурысы 15 триллион долларҙан артып киткән.

Әммә халыҡ- ара рейтинг агенстволары АҠШ-тың кредит рейтингын кәметергә йыйынмайҙар.

Комментариев нет:

Отправить комментарий