понедельник, 21 ноября 2011 г.

Сүриәлә төрөк автобусына һөжүм иткәндәр.


Төркиәнең сит ил эштәре министрлығы Сүриә территорияһында билдәһеҙ кешеләрҙең төрөк автобустарына һөжүм итеүен раҫланы. Ике кеше, тән йәрәхәттәре алып, Антакья ҡалаһы хәстәханаһына оҙатылған.

Төрөк хаж ҡылыусылары Сәғүд Ғәрәбстанынан ҡайтып килгән булған. Сүриәнең Хомс ҡалаһына яҡын контроль тикшереү пункты янында улар һөжүмгә дусар булған. Инцидент пассажирҙарҙың әйберҙәрен тикшергәндә әрепләшеүҙән башланған һәм көс ҡулланыу менән тамамланған- автобусҡа таштар атырға тотонғандар.

“Улар йәшенеп торғандар, шуға беҙ уларҙы башта күрмәнек. Машиналарҙа килгәндәр, әммә улар ябай граждандар түгел ине... Мин уларҙың флагтарын күрҙем. “Әйҙә, сыҡ,-”тинеләр улар миңә. Үҙҙәренә һөйрәп индермәксе булғайнылар, ысҡынып китә алдым,-”ти пассажирҙарҙың береһе.

“Беҙ төрөк булғанға һөжүм итте улар,-”тиҙәр икенселәре. Машина йөрөтөүсе, яраланыуына ҡарамаҫтан, халыҡты Төркиәгә алып барып етә алған. Хәбәр итеүҙәренсә, ил сигендә хаж сәфәренән ҡайтып килеүселәр әле һаман бар икән.

Дамаск һәм Анкара араһындағы мөнәсәбәттәрҙең боҙолоуына Төркиәнең Ғәрәп илдәре лигаһы ҡабул иткән Башар Асад хөкүмәтенә ҡаршы санкциялар индереүҙе хуплауы сәбәпсе булған.

Комментариев нет:

Отправить комментарий