понедельник, 21 ноября 2011 г.

Таһрир: тыныслыҡ һаман юҡ.


Ял көндәрендәҠаһирәлә хөкүмәткә ҡаршы демонстрацияла ҡатнашыусылар һәм хоҡуҡ һаҡлау көстәре араһында бәрелештәр булды. 13 кеше һәләк булды, меңдән ашыуы төрлө тән йәрәхәттәре алды.

Төп ваҡиғалар Таһрир майҙанында булды. Йәкшәмбе көн полиция ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙы бер аҙ сигенергә мәжбүр итте. Улар халыҡҡа ҡаршы суҡмарҙар, йәш ағыҙыусы газ һәм ҡорал ҡулланды. Пуля тейеп, кешеләр һәләк булды. Манифестацияла ҡатнашыусылар тәртип һағында тороусыларға таштар һәм шешәләргә Молотов коктейле һалып ырғыттылар. Хөкүмәт ғәскәрҙәре Таһрир майҙанын һаҡлай алманы һәм ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар уны йәнә яулап алды.

Манифестацияла ҡатнашыусылар Ҡораллы көстәрҙең Юғары советынан власты кисекмәҫтән граждандар хөкүмәтенә биреүҙе талап итә. Хәрбиҙәр иһә быны киләһе йылдың аҙағына ғына эшләргә уйлай. Улар әҙерләгән Конституцион хартия проекты ла армия ролен көсәйтеүгә йүнәлтелгән.

Таһрир майҙанында ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр менән теләктәшлек йөҙөнән Александрия халҡы ла урамдарға сыҡты. Унда ла полиция менән аяуһыҙ бәрелештәр булды. Бынан тыш Мысырҙың йәнә биш провинцияһы демонстрацияларҙа ҡатнашты.

Комментариев нет:

Отправить комментарий