понедельник, 21 ноября 2011 г.

Пномпендә “ҡыҙыл кхмерҙар”башлыҡтарын хөкөм итәләр.


Камбоджаның баш ҡалаһында “Ҡыҙыл кхмерҙар”ҙың иҫән ҡалған юғары дәрәжәле башлыҡтары өҫтөнән суд эше башланды.

Эскәмйәлә- Пол Поттан һуң икенсе урында торған Нуон Чеа һәм хәрәкәттең төп идеологы, “өсөнсө һанлы аға”, элекке сит ил эштәр министры Иенг Сари; уның ҡатыны, социаль тәьмин итеү министры Иенг Тхиритх һәм формаль рәүештә хөкүмәт башлығы булып торған “бишенсе һанлы аға”Кхиеу Сампхан.

Дүртеһе лә кешелеккә ҡаршы енәйәттәрҙә, геноцидта, эҙәрлекләүҙәрҙә, кеше үлтереүҙәрҙә һәм язалауҙарҙа ғәйепләнә.

“Ҡыҙыл кхмерҙар”Камбоджала власты 1975 йылда яулап ала, ә дүрт йылдан һуң, Вьетнам менән үҙҙәре башлаған һуғышта еңелеп, унан ҡолаҡ ҡаға. 1998 йылда, Пол Пот үлгәндән һуң, был хәрәкәт ойошҡан эш алып барыуҙан туҡтай.

Дүрт йыл эсендә бер миллиондан дүрт миллионға ҡәҙәр кеше юҡ ителә: халыҡ иҫәбе буйынса теүәл мәғлүәттәр булмағанлыҡтан һәм Камбоджа территоряһындағы “Ҡыҙыл кхмерҙар”власҡа килгәнсе үк барған күп һанлы хәрби бәрелештәр арҡаһында уларҙы аныҡ ҡына билдәләү ауыр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий