Тауыштарҙың күпселеген яулап, Испанияның оппозициялағы Халыҡ партияһы ваҡытынан алда үткәрелгән парламент һайлауҙарында ныҡлы еңеүгә өлгәште. Уның кандидаты Мариано Рахой, алдан көтөлгәнсә, премьер- министр креслоһына ултырасаҡ.
Ул илде кризистан сығарырға ниәтләй һәм хөкүмәт председателе вазифаһында тәүге аҙымы ла, һайлаусыларға вәғәҙә иткәнсә, тотороҡло иҡтисад законын раҫлау буласаҡ. Бынан тыш киләһе йылдың йәйенә ҡәҙәр Рахой хеҙмәт реформаһы үткәрмәксе һәм финанс системаһын үҙгәртеп ҡормаҡсы.
“Бөгөн беҙ бында йыйылдыҡ һәм шуны әйтә алабыҙ: Депутаттар палатаһында ла, Сенатта ла күпселекте яуланыҡ,- тине Рахой, үҙенең яҡлылар алдында сығыш яһап.- Алда торған мәсьәләләрҙең еңел түгел икәнен белергә тейешһегеҙ. Әммә шуны ла әйтмәксемен: һәммәгеҙҙең ярҙамы менән беҙ алға барасаҡбыҙ һәм Испания Европалағы үҙенә тейешле иң алдынғы урынды биләйәсәк.”
Комментариев нет:
Отправить комментарий