пятница, 18 ноября 2011 г.

Сүриә: “Мосолман туғандар”Көнбайыштың ҡыҫылыуына ҡаршы.


Сүриә оппозицияһы Төркиәнән йәки ғәрәп илдәренән ярҙам һорауы ихтимал, әммә Көнбайыштан түгел. Был хаҡта Стамбулдағы матбуғат конференцияһында Сүриәлә тыйылған сөнниселәрҙең“Мосолман туғандар”берлмәшмәһе башлығы белдерҙе.

“Евроньюс” һорауҙарына яуап биреп, Мөхаммәт Риад аш-Шакфа былай тине:

”Әгәр режим халыҡты эҙәрлекләүҙе туҡтатмаһа һәм беҙ мәсьәләне хәл итеүҙең дипломатик юлдарын тапмаһаҡ, был саҡта Сүриә халҡы ғәрәп илдәренең һәм Төркиәнең ярҙамына өмөтләнә, ә Көнбайыш илдәренең, НАТО һәм АҠШ- тың баҫып инеүенә риза түгел”.

“Беҙ европалыларҙы, хөкүмәттәре Сүриә режимына баҫым яһаһын өсөн, йыйылып манифестациялар үткәрергә саҡырабыҙ.”

Башар Асад власта оҙаҡ ҡалмаҫ тип уйлайбыҙ. Ошо йылдың аҙағына уҡ режим ҡолар тип ышанабыҙ, сөнки ул әле үк емерелә башланы.”

Комментариев нет:

Отправить комментарий