пятница, 18 ноября 2011 г.

Американың “баҫҡынсылары”ҡаршылыҡ хәрәкәтенең ике айлығын билдәләнеләр.


Нью-Йоркта ”Уолл-Стритты баҫып ал”хәрәкәте ойошторған ҡаршылыҡ акцияһында 300-ҙән ашыу кеше ҡулға алынды. Манифестацияла ҡатнашыусыларҙың ҡайһы берҙәре полиция менән бәрелеште, һөҙөмтәлә 7 хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәре яраланды һәм демонстарцияла ҡатнашыусыларҙан ике кеше хәстәханаға оҙатылды.

“Илебеҙ Яҡын Көнсығышта демократия таратыу менән мәшғүл, ә үҙебеҙҙә хөкүмәт демократияны баҫтыра. Был ҡәҙәр ике йөҙлөлөктө тағы ҡайҙа күрергә була?-”тип һорай акцияла ҡатнашыусы ир.

Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусылар тәүҙә Нью-Йорк биржаһы фонды бинаһына юлды ябырға тырыштылар, аҙаҡ ҡаланың бер нисә районына бүленеп киттеләр, шулай уҡ Бруклин күпере районындағы юлға сыҡтылар.

Өс көн элек Нью-Йорк мэры Зукотти паркындағы палаткаларҙан торған ҡаласыҡты юҡ итергә ҡушҡайны. Таҙартыу эштәре тамамланғас, манифестацияла ҡатнашыусылар унда кире бара аласаҡ, әммә палатка һәм ятыр- торор нәмәләр килтереү тыйыла.

Ике ай элек иҡтисади торғонлоҡ тулҡынында барлыҡҡа килгән ҡаршылыҡ хәрәкәте бөтә илде ялмап алды, хатта башҡа ҡитғаларға ла күсте.

Лос- Анджелеста йөҙҙәрсә кеше урамдарға сыҡты. Юл хәрәкәтенә ҡамасаулағаны өсөн, 23-ө ҡулға алынды. Сент- Луиста меңләп кеше палатка ҡаласыҡты юҡ итеүгә ҡаршылыҡ белдерҙе. Күмәк манифестациялар шулай уҡ Вашингтонда, Денверҙа, Детройтта, Бостонда һәм Майамиҙа булып үтте.

Комментариев нет:

Отправить комментарий