четверг, 17 ноября 2011 г.

”Донъяның баш банкиры”Грецияға килде.


Халыҡ- ара банкирҙар берләшмәһе ваҡытты бушҡа үткәрмәй: Халыҡ- ара финанс институты башлығы Чарльз Даллара Грецияға килде һәм шунда уҡ премьер- министр Лукас Пападимос менән һөйләшеүҙәр башланы.Тәү сиратта һүҙ шәхси ҡулдарҙа булған дәүләт облигацияларын алмаштырыу хаҡында бара. Европа “ҡотҡарыу планы”ндағы төп элемент был.

Банкирҙарҙың, брокерҙарҙың, страховкалаусыларҙың глобаль берләшмәһе башлығы менән һөйләшеүҙәр яңы Пападимос хөкүмәте Греция парламенты ышанысына эйә булғас та башланды. Депутатарҙың күпселеге ризалығын белдерҙе: 300-ҙән 255 кеше.

Гректар иһә депутаттары һымаҡ уҡ оптимист түгелдәр. Бөгөн, Афинаның Политехник университеты ихтилалы йыллығында, “билбауҙы ҡыҫыу”ға ҡаршы ҙур акция уҙғарырға ниәтләйҙәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий