четверг, 17 ноября 2011 г.

Яңы Зеландия: “Рена”ны өлөштәргә киҫкеләүҙәре ихтимал.


Яңы Зеландия ярҙарында һәләкәткә осраған “Рена”йөк судноһын, эсендәге транспорт контейнерҙарын алыу өсөн, ике өлөшкә бүлеүҙәре ихтимал. “Рена”бортында улар мең өс йөҙ самаһы. Өс көн элек Яңы Зеландия белгестәре яғыулыҡты һурҙыртып бөттө. Эштәр тамамланғансы, балыҡ тотоусылаға һәм турист караптарына диңгеҙгә сығыу рөхсәт ителмәй.

Карап хужаһы Гарт Ле Льевр быйылғы ҡыш аҡса эшләү ҡыйынға төшәсәгенә зарлана.

Йөк ташыу судноһын диңгеҙҙән сығарыу 6- 7 айға һуҙылыуы мөмкин.

“Рена”5 октябрҙә Тауранг гаваненән 14 диңгеҙ миле алыҫлығында ҡомға ултырғайны. Барлыҡҡа килгән ярыҡтарҙан диңгеҙгә 350 тонна мазут ағып сыҡты, бик ҙур май табы барлыҡҡа килде. Яр буйҙарының тиҫтәләгән километры май япмаһы менән ҡапланды, һөҙөмтәлә, 1300 ҡош һәләк булды. Тик ҙур экология һәләкәтенә юл ҡуйылманы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий