Кувейтта йәшәүсе йөҙләп кеше илдең парламент бинаһын штурм менән алды. Оппозиция яҡлылар шул рәүешле закон сығарыу йыйылышын таратыуҙы, ә иң мөһиме премьер- министр шәйех Насир әл- Мөхәммәт әл- Әхмәт ас- Сабахты отставкаға ебәреүҙе талап итте. Штурм ошо талаптар менән урамға сыҡҡан халыҡты полиция ҡыуып таратҡандан һуң башланды.
Шәйехте коррупцияла ғәйепләйҙәр: бер нисә аҙна элек урындағы матбуғатта идара итеүсе партияның бер нисә йөҙ миллион доллар ришүәт алыуы хаҡында мәғлүмәттәр күренгәйне.
Был етди хөкүмәт кризисына алып килде: хөкүмәткә ышаныс кимәле ҡырҡа төштө. Әммә ошоғаса парламенттың күпселеге премьер- министр эшен тикшереү ниәтенә ҡаршы сығып килде.
Комментариев нет:
Отправить комментарий