Тәбиғәтте һаҡлаусылар Франциянан Германияға юлланған радиоактив ҡалдыҡтар тейәлгән 11 контейнерлы “атом поезын”туҡтата алманы. Германия АЭС-тарының яғыулыҡ ҡалдыҡтарын Францияның AREVA компанияһы заводында эшкәрткәндәр һәм кире Германияға оҙатҡандар. Поезд Валондән сыҡҡан һәм Европалағы иң ҙур ядро ҡалдыҡтары һаҡлағысы урынлашҡан Горлебенгә йүнәлгән.Ул китеп барғанда, “Нормандия һуғышы” башланған: “Гринпис”активистары юлға таш өйгәндәр, хатта бер урында тимер юлын күтәреп ҡуйғандар. Тәбиғәтте һаҡлаусыларҙың фекеренсә, радиоактив ҡалдыҡтарҙы ҡоро ерҙән, һауанан, һыуҙан йөрөтөү үтә лә хәүефле.
Полиция һәм жандармдар поезды туҡтатырға ирек бирмәгәндәр. Манифестацияла ҡатнашыусыларҙы ҡыуып таратыу өсөн йәш ағыҙыусы газ һәм күҫәктәр ҡулланғандар. Тәбиғәт һаҡлаусыларҙан 5 кеше ҡулға алынған.
Поездың маршруты һәм ҡайҙалығы сер итеп тотола.
Комментариев нет:
Отправить комментарий