четверг, 24 ноября 2011 г.

Рәсәй президенты киҫәтә.


НАТО Рәсәй президентының ПРО буйынса белдереүен ентекләп өйрәнәсәк, тип белдерҙе альянстың рәсми вәкиле. Дмитрий Медведев шаршамбы көн Европала ракета оборона системаһын йәйелдереүгә ҡаршы ҡаты хәрби- техник һәм дипломатик саралар менән яуап бирәсәге хаҡында белдерҙе.

“Хәлдәр насарая барһа, Рәсәй ҡоралһыҙланыу өлкәһендәге һәм ҡоралдарҙы контролдә тотоу кеүек эштәрҙән баш тартасаҡ”. Рәсәй яуап итеп Калинингад өлкәһендә “Искәндәр”ракета комплексын йәйелдереп ебәреүе мөмкин. Бер юлы Медведев был проблеманы хәл итеү өсөн АҠШ һәм НАТО менән һөйләшеүҙәрҙе дауам итергә әҙерлеген белдерҙе.

“Медведев әфәнде һайлау компанияһы барған осорҙа ҡыйыу һәм көслө кеше булып күренергә теләй,- тип фараз итә “Яңы Евразия” фонды президенты Андрей Кортунов.- Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһын етәкләй һәм рәсәй электоратының консерватив өлөшөнә мөрәжәғәт итә.”

Европаның ПРО программаһы Польшала, Румынияла, Төркиәлә, Испанияла тормошҡа аша ла башланы. Ҡарар былтыр Лиссабонда альянс саммитында ҡабул ителгәйне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий