четверг, 24 ноября 2011 г.

Көнбайыш Австралия урмандары яна.

Көнбайыш Австралияның иң матур райондарының береһе булған Маргарет Риверҙа урмандар яна. Янғын һүндереүселәр ҡоторонған утҡа ҡаршы махсус авиация ярҙамында көрәшә.

Урындағы халыҡтың уйынса, янғындар Тирә- яҡ мөхит департаментының милли парк районында планлы рәүештә үҫентеләрҙе яндырыуы контролдән сыҡҡас башланған.

Ут егермеләп йортто юҡҡа сығарған, йөҙҙәрсә кеше күсерелгән. Янғын һүндереүселәр елдең үҙгәреүе халыҡ йәшәгән райондарҙы һаҡларға ярҙам итер тип өмөтләнә. Зыян күреүселәр хаҡында әлегә хәбәрҙәр юҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий