четверг, 24 ноября 2011 г.

Салих отставкаға йыйынғансы Санала ҡан ҡойола.


Кесаҙна көн Йәмәндең баш ҡалаһы Санала ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларҙың хәүефһеҙлек көстәре менән бәрелеше ваҡытында 5 кеше һәләк булды. Шаһиттарҙың һөйләүенсә, хәрбиҙәр Зөбәйер урамындағы халыҡты ҡыуып таратҡанда, ҡорал ҡулланған. Яралылар яҡындағы дауаханаларға килтерелгән.

Фарсы ҡултығының ғәрәп дәүләттәре хеҙмәттәшлеге советы яҙ уҡ Йәмәндәге кризистан ҡотолоу юлын – власты вице- президентҡа тапшырыуҙы тәҡдим иткәйне. Президент Салих уға ҡул ҡуйырға ризалыҡ бирҙе. Кисә Сәғүд телевидениеһы Эр- Риядтан тура эфир аша был процедураны күрһәтте.

Али Абдалла Салих ҡул ҡуйған килешеү уның суд эҙәрлекләүенән азат итеү бәрәбәренә отставкаға китеүен күҙ уңында тота.

Комментариев нет:

Отправить комментарий