Британияла кешеләрҙе ирекһеҙләп эшләтеүсе биш кеше ҡулға алынған. “Ҡол биләүселәрҙең”ҡорбандары тип иҫәпләнгән 24 кеше дауаханаға урынлаштырылған. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, иреккә сығарылғандарҙың ҡайһы берҙәре Рәсәйҙән, ҡайһылары Польша һәм Румыниянан. Аҙ ғына аҙыҡ- түлек өсөн улар 15 йыл эшләгәндәр.
“Был территоряла беҙ 24 кешене таптыҡ. Уларҙы ҡот осҡос шарттарҙа: әшәкелек эсендә, йүнле кейемһеҙ, йүнле көнкүреш шарттары булмаған урында тотҡандар. Һуңғы йылдарҙа бынан күпме әҙәм үткәнен беҙ хатта белмәйбеҙ ҙә,-”ти инспектор Шон О‘Нейл.
“Ҡол биләүселәр”үҙҙәренең ҡорбандарын йортһоҙҙар өсөн приюттарҙа һәм алкоголиктар араһынан тапҡандар. Был ҡол рәүешендәге эшселәрҙең ( уларҙың күптәре легаль булмаған иммигранттар) йәше 20 менән 50 араһында.
Комментариев нет:
Отправить комментарий