Минск суды хоҡуҡ һаҡлаусы Алесь Беляцкийҙы һалым түләмәүҙә ғәйепле тип тапты һәм 4,5 йылға иркенән мәхрүм итте.
4 августа ҡулға алынған “Яҙ”хоҡуҡ һаҡлау үҙәге етәксеһе Беляцкий өҫтөнән процесс 2 ноябрҙә башланды.
Енәйәт эшен асыуға Литваның юстиция министрлығынан һәм Польшаның генпрокуратураһынан уның сит ил банкылары иҫәбендәге аҡсалары хаҡындағы мәғлүмәттәр сәбәпсе булды.
Ғәйепләнеүсенең әйтеүенсә, ул аҡсалар Белоруссияла политик репрессияға дусар булғандарға ярҙам өсөн тотолған.
Комментариев нет:
Отправить комментарий