Ҡаһирә журналист ҡатын- ҡыҙҙар өсөн хәүефле урынға әйләнде: уларҙың икәүһенә кесаҙна көн һөжүм иткәндәр.
Францияның France 3 телеканалы хәбәрсеһе Каролин Синз һәм уның операторы Сәләх Aграби Таһрир майҙанынан алыҫ түгел сюжет төшөргәндә, уларға бер төркөм егеттәр һөжүм иткән.
“Оператор менән мине туҡманылар, аҙаҡ мине ситкә һөйрәп алып киттеләр,- тип һөйләй журналист ҡатын.-Таһрир майҙанында ҡатын- ҡыҙҙар бик аҙ, айырыуса сит ил ҡатын- ҡыҙҙары. Мине ир- ат уратып алды һәм көпә- көндөҙ бөтә халыҡ алдында көсләнеләр. Башҡа ҡатын- ҡыҙ журналистарҙы ла мыҫҡыл иткәндәр. Ошо рәүешле улар матбуғатта эшләүселәрҙе ҡурҡытырға маташа.”
Бынан алдараҡ полиция сығышы буйынса Мысырҙан булған Америка журналисы Мона Әльтәхәүиҙе ҡулға алған.
Үҙенең Twitter битендә Мона полицейскийҙарҙың күҫәк менән ике ҡулын һындырыуҙары һәм көсләүҙәре хаҡында яҙа.
Комментариев нет:
Отправить комментарий