Чилиҙың баш ҡалаһы Сантьягола студенттарҙың демонстрацияһы полиция менән бәрелешкә инеп тамамланды.
Меңдәрсә йәштәр, белем алыуға дәүләт сығымдарын арттырыуҙы һәм был өлкәлә реформалар үткәреүҙе талап итеп, урамдарға сыҡты.
Демонстацияла ҡатнашыусыларҙың бер төркөмө, тыныс маршты боҙоп, полиция хеҙмәткәрҙәрен шешәләр һәм таштар менән бәргеләне.
Тәртип һағында тороусылар студенттарҙы ҡыуып таратыу өсөн йәш ағыҙғыс газ һәм һыу атҡыстар ҡулланды.
Акцияла ҡатнашҡан 26 кеше ҡулға алынды.
Студент демонстрациялары Чилиҙа майҙан бирле туҡтамай. Йәштәр арзан һәм сифатлы белем алыу өсөн көрәшә. Әммә властар Чили университеттарында бушлай уҡытыу мөмкин түгел тип ҡарай.
Комментариев нет:
Отправить комментарий