пятница, 25 ноября 2011 г.

Португалияла парламентты штурмлайҙар.


Лиссабон үҙәгендәге Португалия парламенты бинаһы алдындағы ҡаршылыҡ демонстрацияһы полиция менән аяуһыҙ бәрелешкә әйләнеп китте. 10 кеше ҡулға алынды.

Демонстрацияла ҡатнашыусылар металл кәртәләрҙе алып ташланылар һәм бинаны штурм менән алырға маташтылар. Уларға ҡаршы полицейскийҙар сыҡты.

Үҙған тәүлектә бөтә Португалияла дөйөм милли забастовка булды. Кесаҙна көн Лиссабонда мәктәптәр, юғары уҡыу йорттары ябыҡ ине, күп кенә дәүләт учреждениелары, почта, аэропорт һәм йәмәғәт транспорты эшләмәне.

Хөкүмәттең бюджет дефицитын ҡыҫҡартыу маҡсатында ҡаты экономия сараларын индереүе халыҡтың асыуын ҡабартты. Илдәге эшһеҙлек 12 % тәшкил итә. Кесаҙна Fitch агенствоһы Португалияның кредит рейтингын йәнә бер баҫҡысҡа төшөрҙө.

Португалия еврозона илдәренән өсөнсө булып ( Греция һәм Ирландиянан ҡала ) финанс ярҙамы һорап, Евроберләшмәгә һәм МВФ- ҡа мөрәжәғәт итергә мәжбүр булды. Бының өсөн Лиссабон бюджет сығымдарын ҡыҫҡартырға һүҙ бирҙе.

Демонстацияла ҡатнашыусыларҙың уйынса, “илде кризистан сығарыу ауырлығы тигеҙ бүленмәгән” һәм “Голгофаға алып барған Тәре юлында дәүләт секторы хеҙмәткәрҙәре алдан килә.”( Голгофа- Ғайса пәйғәмбәрҙе язалаған урын)

Комментариев нет:

Отправить комментарий