воскресенье, 27 ноября 2011 г.

Рәсәй: һайлау алды һандары.


Рәсәйҙә дәүләт Думаһына һайлау алды компанияһы тамамлана. Киләһе аҙнанан киң мәғлүмәт сараларында халыҡтан һорашыу һөҙөмтәләрен баҫтырыу тыйыла. Әлегә “Левада- Үҙәк” социологтары “Берҙәм Рәсәй”партияһы 53 % алыр, конституцион күпселекте юғалтыр, тип фараз итә.

Владимир Путин үҙенең яҡлыларҙы йомшармаҫҡа өндәй:

“Әгәр беҙ парламентта күпселекте юғалтһаҡ, тейешле ваҡытта тейешле ҡарарҙарҙы ҡабул итә алмаясаҡбыҙ, вәғәҙә итеү менән мәшғүл буласаҡбыҙ, ә аҙаҡ киләсәк быуындар иҫәбенә йәшәйәсәкбеҙ...Был иһә әле беҙҙең Европалағы партнерҙарыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙ килеп төртөлгән сиккә алып барасаҡ.”

Думалағы урындарҙы бүлешеүгә килгәндә, берҙәм рәсәйлеләр 253 мандат алырға тейеш. “Берҙәм Рәсәй”ҙең еңеүенә берәү ҙә шикләнмәй. “Левада- Үҙәк”директоры Лев Гудков бына нимә ти:

“Политика яланы менән, ысынлап та, идара итәләр, ярышташтар политика киңлегенән алыҫлаштырылған һәм бында ниндәйҙер киҫкен конкуренция булмаясаҡ.”

Шул уҡ “Левада- Үҙәк”мәғлүмәттәре буйынса Думаға 4 партия үтә. РФКП өсөн 20 % һайлаусылар тауыш бирергә әҙер, ЛДПР өсөн- 12%, 9%- “Ғәҙел Рәсәй”өсөн. Думаға башҡа партияларҙың килеүе булмаҫ һымаҡ.

“Әлеге кеүек торғонлоҡ булыр тип уйлайым. 8 йыл буйы ”Берҙәм Рәсәй”, Медведев һәм Путин. Йәнә 12 йыл ошолай булһа, Рәсәй емерелмәҫ тимә”.

“Бөтәһе лә яҡшы булыр тип өмөтләнге килә, әммә, минең уйымса, бөтәһе лә бик ҡатмарлы буласаҡ. Идеаль кешеләр булмаған кеүек, идеаль хакимдар ҙа булмай.”

Думаға һайлауҙар- 4 декабрь буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий