Радиоактив ҡалдыҡтар тейәлгән поезд алдында яңы кәртә барлыҡҡа килде- ул тимер юлға арҡыры төшөп ятҡан немец “гринпислылары”. Люненбург ҡалаһы янында улар ҡул бығауҙары менән үҙҙәрен рельстарға беркетеп ҡуйҙылар.
Францияла эшкәртелгән Германия АЭС- тарының ҡалдыҡтары “Атом каруаны”нда йәнә ҡайтып килә. Экологтарҙың уйынса, бындай йөктө бөтә Европа буйлап ташыу ифрат хәүефле. Көн һыуыҡ, әммә “гринпислылар”сигенергә уйламай:
“Миңә юлда ятыуы ҡыйын түгел. Ошо рәүешле мин үҙемдең ҡаршы булыуымды белдергем килә. Түҙемлегем оҙаҡҡа етер тип өмөтләнәм,-”ти йәш бер егет.
Поезд шаршамбы көн Францияның Валонь ҡаласығынан сыҡҡан. Йома иртән ул Германия сиген үткән. Юлдың- юл буйы “йәшел”француздар һәм немецтар уны туҡтатыу йә булмаһа йөрөшөн яйлатыу өсөн ҡаршылыҡ акциялары үткәргән.
Шәмбе кис Данненберг ҡалаһы янында бер нисә мең “гринпислы”поезды көтөп тора ине инде. Данненберг- “атом каруаны”ның һуңғы пункты. Унан радиоактив ҡалдыҡтар йөк машиналарында Горлебендың ваҡытлы һаҡлағыстарына оҙатыла.
Комментариев нет:
Отправить комментарий