воскресенье, 27 ноября 2011 г.

Исламабад АҠШ һәм НАТО менән мөнәсәбәттәрен ҡайтанан ҡарай.


Пакистанда Афғанстан сиге блокпосында НАТО авиацияһы тарафынан юҡ ителгән хәрбиҙәрҙе ерләнеләр. Был ваҡиғанан һуң Исламабад НАТО һәм уның союздаштары менән мөнәсәбәттәрҙе ҡайтатанан ҡараясағын белдерҙе. Һөжүм арҡаһында 25 сик һаҡсыһы һәләк булған, 14-е яраланған.

АҠШ- тың тышҡы сәйәси һәм оборона ведомствоһы хәрбиҙәрҙең үлеме менән бәйле Пакистандың ҡайғыһын уртаҡлашты һәм НАТО-ның кисекмәҫтән тикшереү эше башлау ниәтен хупланы.

Исламабад һәм Вашингтон араһында мөнәсәбәттәр АҠШ Усама бен Ладенды юҡ итеү буйынса махсус операция үткәргәндән һуң насарайҙы. Һуңғы инцидент көсөргәнешлелекте йәнә арттырҙы.

Был ваҡиғаларҙан һуң Пакистан НАТО- ның Афғанстандағы төркөмдәренә хәрби булмаған йөктәр, яғыулыҡ- майлау материалдары ташыусы транспорт маршруттарын ябыу хаҡында белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий