понедельник, 28 ноября 2011 г.

Кандидат, йөҙөңдө ас !


Әл- Нур-ислам хәрәкәтендәге иң консерватив булған салафистар партияһы. Уларҙың уйынса, хижап- ҡатын- ҡыҙҙар өсөн иң кәрәкле нәмә. Икенсе яҡтан ҡарағанда, плакаттарҙағы хижаптар рәте демократик һайлауҙарға килешеп бөтмәгән кеүек. Партия етәкселеге был сетерекле хәлдән сығыу юлын тапҡан: “Кешеләр манекен һайламайҙар бит,- ти “Әл- Нур” вәкиле.- Әгәр беҙ фотоларҙы баҫтырып сығарһаҡ та, әлбиттә, ябыҡ бит менән, бынан бер нимә лә үҙгәрмәҫ ине. Кандидаттың йөҙө түгел, уның сифаттары, политик тәжрибәһе мөһим.”

Мысырҙа, “Ғәрәп яҙы”илдәрендәге һымаҡ, авторитар режимға алмашҡа ышаныслы рәүештә исламистар килә. Тик күп кенә мысырлылар йөрәк менән генә һайларға әҙер түгел:

“Ундай кандидаттарҙың уңышҡа ирешеүе шикле.”

“Йөҙөн күрмәй тороп нисек уның өсөн тауыш бирәйек? Ниндәй идеялар яҡлы икәнен нисек беләйек?”

Әйтергә кәрәк, Әл- Нуркандидаттарҙы исем өсөн генә билдәләмәне: ҡатын- ҡыҙҙар юғары партия етәкселегендә лә бар, һәм уларға өмөт бағлайҙар. Партияға нигеҙ һалыусыларҙың береһе- Рана Йәләл былай тине: “Хижаплы башҡа ҡатын- ҡыҙҙар һымаҡ уҡ мин дә ижтимағи тормошта ҡатнашырға теләйем. Исемлекте етәкләү- етәкләмәүебеҙ түгел, дөйөм халыҡ өсөн эшләргә теләүебеҙ мөһим.”

Ҡаһирәнән беҙҙең хәбәрсебеҙ Аисса Букаун хәбәр итә: “Йөҙҙәре- хижап, исемдәре-ирҙәренең фамилиялары артына йәшеренгән кандидат ҡатын- ҡыҙҙар, парламентҡа үтеп, улар өсөн тауыш биргәндәрҙең мәнфәғәтен яҡлай алырмы?”

Комментариев нет:

Отправить комментарий