понедельник, 28 ноября 2011 г.

Мароккола уртасыл исламистар еңде.


Мароккола исламистарҙың Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы парламенттың түбәнге палатаһына һайлауҙарҙа, урындарҙың 27 процентын алып ( 395- тән 107 урын), ышаныслы еңеү яуланы. Бынан тыш өс партиянан торған блок 117 мандат алды. Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы улар менән коалицияға инә ала. Марокко короле тап уның етәксеһенә яңы кабинетты төҙөү эшен йөкмәтер тип көтөлә.

Партияның вице- председателе бына нимә тине: “Беҙ бөтә донъя менән аралашып йәшәргә теләйбеҙ. Европалағы күршеләребеҙ менән дә, ғәрәп донъяһы менән дә хеҙмәттәшлекте үҫтерергә иҫәбебеҙ бар. Беҙ глобалләштереү яҡлы. Марокко донъянан ситләшмәйәсәк, киреһенсә, асыласаҡ.”

Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы уртасыл хәрәкәт һанала: мәҫәлән, ул шәриғәт ҡанундарын индереүҙе һәм ҡаты мораль ҡағиҙәләрен үтәүҙе яҡламай, сөнки Марокконоң тормошо туризм менән бәйле.

Комментариев нет:

Отправить комментарий