понедельник, 28 ноября 2011 г.

Йәмән. Тәүҙә- властан баш тартыу, аҙаҡ- АҠШ- та дауаланыу.


Йәмән президенты Сәғүд Ғәрәбстанында власты тапшырыу хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Документ яҙ уҡ Фарсы ҡултығының 6 дәүләте тарафынан әҙерләнгәйне, тик Али Абдалла Салих уға ҡул ҡуйырға ашыҡманы. Ярты йыл буйы ул идара итеүҙе вице- президентҡа тапшырырға әҙер икәнлеге тураһында һөйләне, әммә быны эшләмәне.

Хәҙер, килешеүгә ҡул ҡуйылғас, БМО етәкселеге мәғлүмәттәре буйынса, Салих АҠШ- ҡа дауаланырға китергә ниәтләй. Килешеү уны суд эҙәрлекләүенән азат итә.

Саналағы сыуалыштар ваҡытында яраланғандан һуң, Салих июндән бирле Сәғүд Ғәрәбстанында ине. Манифестацияла ҡатнашыусылар, баш ҡалала һәм төрлө райондарҙа ҡаршылыҡ акциялары үткәреп, президенттың отставкаға китеүен талап иттеләр. Властең йомшарыуы “Әл- Ҡағиҙә”нең урындағы бевиктарына Йәмәндең ҡайһы бер ҡалаларын яулап алырға мөмкинлек бирҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий