среда, 23 ноября 2011 г.

Сицилияны һыу баҫҡан, һәләк булғандар бар.


Сицилияла дүрт кеше һыу баҫыуҙың һәм ишелмәнең ҡорбаны булған. Мессина провинцияһында үткән тәүлектә ямғырҙарҙың айлыҡ нормаһы яуған. Барчелона ҡаласығының урамдары йылғаға әүерелгән. Бер нисә йорт емерелгән, мөһим юлдар ябылған.

Хәҙер зыян күреүселәр дауаханаларға тик вертолет менән генә бара ала. Урындағы халыҡ был һыу баҫыу һуңғы 10 йыл, хатта 50 йыл эсендәге иң көслөһө тиҙәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий