среда, 23 ноября 2011 г.

Француз активистары атомға ҡаршы сыға.

Франция Нормандияһында ядро энергетикаһына ҡаршы акция үтте. Франциянан Геманияға радиоактив элемент ҡалдыҡтары менән поезд китерҙән көн элгәре тиҫтәләгән Гринпис активистары бәләкәй генә Валонь станцияһында йыйылдылар.

Ҡалдыҡтарҙы ташып йөрөү экология һәм кешеләр өсөн хәүефле, тип иҫәпләй демонстрацияла ҡатнашыусылар.

“Француз хөкүмәте, башҡа илдәрҙең властары һымаҡ уҡ, “Фукусима”АЭС-ындағы һәләкәттән һабаҡ алмай. Атом- ҡурҡыныс нәмә, ул тирә- яҡ мөхитте бысрата, ул сүп. Ул бер ниндәй ҙә ҡайтанан яңыртылып торған энергия түгел. Ул бойондороҡлолоҡ! Ул сүп- сар!”

Радиоктив ҡалдыҡтар менән поезға Бөтә Франция аша Гермнияның Горбеленына ҡәҙәр ике мең километр юл үтергә тура киләсәк.

Франциялағы кеүек Германияла ла ҡаршылыҡ акциялары үтәсәк. Ғәҙәттә, унда полиция менән бәрелештәр ҙә була.

Быйыл ГФР парламенты хөкүмәттең яйлап атом энергияһынан баш тартыу ҡарарын хупланы; 2022 йылда илдәге бөтә АЭС-тарҙы ябыу планлаштырыла.

Комментариев нет:

Отправить комментарий