Украина манифестанттары, хөкүмәткә ҡарата ризаһыҙлыҡ билдәһе итеп, Киевтағы Юғары Рада бинаһына ҡабаҡтар килтерҙе. (Боронғо украин йолаһы буйынса, кейәүгә сығырға риза булмаған ҡыҙ егеткә ҡабаҡ бирә торған булған. ) Ике мең самаһы кеше, милиция кордонын йырып, тимер ҡоймаларҙы ватып, парламент бинаһын штурм менән алырға маташты.
Ҡаршылыҡ акциялары Киевта өсөнсө көн дауам итә. Хөкүмәттең ҡайһы бер льготаларҙы юҡҡа сығарыу (улар иҫәбенә Афған һуғышы ветерандарына һәм Чернобыль АЭС-ы һәләкәте эҙемтәләрен ликвидациялаусыларға ҡаралған льготалар ҙа бар) хаҡындағы законды тикшереү өсөн Рада ҡарамағына тапшырырға йыйыныуы халыҡтың асыуын ҡабартты.
Властар бюджет сығымдарын ҡыҫҡартыуҙы Халыҡ- ара Валюта фонды талап итә, тип аҡланалар. Юғиһә Киев сираттағы финанс ярҙамын ала алмаясаҡ.
Манифестацияла ҡатнашыусыларға ҡаршы “Бөркөт” тип аталған милицияның махсус подразделениеһы ҡаршы сыҡты. Бәрелештә халыҡ араһынан һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларҙан бер нисә кеше зыян күрҙе.
Комментариев нет:
Отправить комментарий