понедельник, 7 ноября 2011 г.

Франция һәм Италияла тәбиғәт ҡазаһы.


Францияның көньяғында ҡойма ямғырҙар арҡаһында йылғалар ташҡан, йөҙләгән кеше күсерелгән.

Вар департаментында ҡойма ямғырҙар. Унда йылғалар ташҡан, бысраҡ ташҡын юлдарҙы япҡан. Меңдәрсә йорттар утһыҙ ҡалған. Ҡайһы бер департаменттарҙа иң һуңғы ҡыҙыл- һары хәүефлелек кимәле иғлан ителгән. Тәбиғәт ҡазаһы өс кешенең ғүмерен өҙгән.

“Минең бында бер нәмәһеҙ ҡалыуым бар. Һыуҙың ниндәй кимәлгә етәсәген, ҡасан бөтәсәген берәү ҙә әйтә алмай. Был иҫ киткес һәләкәт,-”ти йәш бер ҡатын аптырап.

Италияның төньяғында ла ҡойма ямғырҙар яуа. Унда ҡайһы бер райондарҙа ғәҙәттән тыш хәл иғлан ителгән. По йылғаһының кимәле бер нисә метрға күтәрелгән һәм Пьемонт тирәһендә, Турин өлкәһе үҙәгенә яҡын урындарҙа норманан күпкә юғары. Дүшәмбенән унда мәктәптәр ябыла, автомобилдә йөрөүҙәр сикләнгән. Ҡала ситендәге күперҙәрҙең береһе емерелеп төшкән. Ямғырҙар Генуяла ла туҡтамай.

Һуңғы ваҡытта ғына тәбиғәттең көйһәҙлөгө бер нисә кешенең ғүмерен өҙгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий