Австралия сәнәғәт ҡалдыҡтары рәүешендә атмосфераны углекислоталы газ менән бысратыуға ҡаршы налог индерә. Шишәмбе көн “йәшел континент”тың парламенты ҡабул иткән был закон проекты 2012 йылдың июлендә үҙ көсөнә инәсәк. Атмосфераға бүлеп сығарылған углеводородтың һәр тоннаһы энергетик компанияларға 23 долларға барып төшәсәк.
Австралияның “экология налогы”н индереүгә бөтә көсөн һалған премьер- министры Джулия Гиллард ҡәнәғәт төҫ менән шулай тип билдәләй:
“Бөгөн атмосфераға бөркөлгән углекислоталы газ өсөн налог законлаштырылды. Уның артында сирек быуат буйына алып барылған ғилми тикшеренеүҙәр, киҫәтеүҙәр, 37 парламент тикшереүе, оҙайлы йылдар буйына барған бәхәстәр, ҡаршылыҡтар ята. Халыҡ бөгөн ниһайәт уның кәрәклеген таныны!”
Беҙҙең планетала күмерҙе иң күп ҡулланған Австралия үҫешкән илдәр араһындағы йән башына парник газдарын бүлеп сығарыу буйынса тәүге урынды алып тора.
Экология ойошмалары законды шатланып ҡабул итте, тик бөтә австралиялылар ҙа быға һөйөнмәй, сөнки электр энергияһына хаҡтар артасаҡ, һәм уны ҡулланыусыларҙың кеҫәһенән аҡса күберәк сығасаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий