вторник, 8 ноября 2011 г.

Рәсәйҙең сит ил эштәр министрлығы: “Һуғыш- Иран проблемаһын хәл итеү юлы түгел.”


Атом энергияһы буйынса Халыҡ- ара агенство Тегерандың ядро программаһы буйынса яңы мәғлүмәттәр баҫып сығарырға әҙерләнә. Израиль президентының Иран проблемаһын хәрби юл менән хәл итергә кәрәк тип белдереүенә ҡаршы Рәсәйҙең сит ил эштәр министрлығы йәнә дипломатик вариант яҡлы булыуын белдерҙе. Дүшәмбе көн Рәсәйҙең сит ил эштәре министры шулай тине:

“Израилдең рәсми кешеләре Иранға һөжүм итеү хаҡында беренсе тапҡыр ғына белдермәй. Ул мәсьәләгә беҙҙең ҡараш билдәле- был ҡотолғоһоҙ эҙемтәләргә килтереүе мөмкин булған етди хата буласаҡ. Һуғыш- Иран проблемаһын хәл итә торған юл түгел, ғөмүмән, был юл менән хәҙер донъяла бер мәсьәләне лә хәл итеп булмай.”

Ҡайһы бер агенстволарҙың мәғлүмәттәре буйынса, МАГАТЭ докладында Иран ғалимдарының ядро ҡоралы буйынса хеҙмәттәре булыуы ихтимал тиелә.

АҠШ һәм ҡайһы бер илдәр Тегеранды, тыныслыҡ программаларына һылтанып, ядро ҡоралын етештереүҙә ғәйепләйҙәр. Иран был ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға һәм ядро программаһының маҡсаты илде электр энергияһы менән тәъмин итеү тип белдерә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий