вторник, 8 ноября 2011 г.

Греция: премьерҙың исеме әлегә билдәле түгел.


Гректар яңылыҡтар көтә. Кисә үк яңы премьерҙың исемен атарға вәғәҙә иткәйнеләр, әммә бөгөн дә был хаҡта мәғлүмәт юҡ әле. Әлеге кабинеттың башлығы, идара итеүсе ПАСОК партияһы лидеры Георгиос Папандреу һәм Яңы демократия төп оппозиция партияһының председателе Антонис Самарас яңы хөкүмәт администрацияһы башлығы кандидатураһы буйынса консультатцияларҙы дауам итәләр.

Афина кешеләре бына нимә һөйләй:

“Беҙ хәл итмәйбеҙ, башҡалар хәл итә, шуға күрә һайлауҙарҙы Германияла йәки АҠШ-та үткәрергә кәрәк ине.”

“Бер нәмә лә килеп сыҡмай беҙҙең. Политиктарыбыҙ белемле кешеләр, әммә улар, уртаҡ тел табып, ҡарар ҡабул итә алмайҙар.”

Премьер посына мөмкин булған кандидаттар иҫәбенә МВФ-тағы Греция вәкиле Панайотис Румелиотисты, Европа Үҙәк банкының элекке вице- президенты Лукас Пападимосты һәм Грецияның финанс министры Евангелос Венизелосты атайҙар. Көн эсендә яңы кабинеттың башлығы билдәле булыр тип көтәләр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий