понедельник, 14 ноября 2011 г.

Брюссель Дамаскыға ҡаршы яңы санкциялар әҙерләй.


Брюссель бөгөн Дамакскыға ҡаршы ҡаты саралар ҡабул итергә йыйына, айырым әйткәндә, Сүриәнең 18 хәрби етәксеһенә ҡаршы.

Бынан алдараҡ Ғәрәп дәүләттәре лигаһы Сүриәне был ойошманан сығарғайны. Анкара иһә, Дамаскыла һәм башҡа ҡалаларҙа Төркиә илселектәренә яһалған һөжүмдән һуң, хәҙерге Сүриә властарына ҡарата бигерәк тә кире ҡарашта. Ул Сүриәнән дипломаттарҙың ғаиләләрен илгә ҡайтарасағы хаҡында белдерҙе.

Дамаск Ғәрәп дәүләттәре лигаһын үҙ уставын боҙоуҙа ғәйепләне һәм ағзалыҡтан сығарыу “Көнбайыш һәм АҠШ менән бергә” хәл ителгән, тип белдерҙе. “Ғәрәп илдәренең бөгөнгөһөнә, киләсәгенә һәм ғөмүмән, ойошма алдында торған бурыстарҙы үтәүгә хәүеф тыуҙыра торған ҡарар,-”тип белдерҙе сит ил эштәр министрлығы башлығы Вәлид әл- Мөғәллим.

Ғәрәп дәүләттәре лигаһы ҡарарына яуап итеп, Катар, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм башҡа ғәрәп илдәре вәкиллектәре һөжүмгә дусар булды.

Ошонан алда ғына ҡайһы бер Сүриә ҡалаларында йәнә манифестациялар, оппозицияның хәүефһеҙлек көстәре менән бәрелештәре булып үтте. БМО мәғлүмәттәре буйынса, марттан алып ҡаршылыҡ акцияларында 3 мең ярым кеше һәләк булған.

Шул уҡ ваҡытта Дамаскының үҙәгендә әлеге власть яҡлы тиҫтәләгән мең кеше йыйылған. Президент Башар Асад портреттарын күтәреп, улар Ғәрәп дәүләттәре лигаһының ҡарарына ҡаршы сыҡты.

Рәсәйҙең сит ил эштәр министры Сергей Лавров та Ғәрәп дәүләттәре лигаһының был ҡарарын “дөрөҫ түгел”тип атаны һәм ваҡиғаларҙы аныҡ юлға йүнәлтеү мөмкинлеге юғалыуын белдерҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий