понедельник, 14 ноября 2011 г.

Италия: Монти яңы кабинет булдырыу буйынса консультациялар башланы.


Италияның яңы премьеры Марио Монти илде иҡтисади кризистан сығарырға һәләтле хөкүмәт төҙөү маҡсаты менән консультациялар башланы. Политик йәһәттән нейтраль эшмәкәр тип һаналған иҡтисади политика буйынса элекке еврокомиссар тиҙ арала министрҙар исемлеген әҙерләргә вәғәҙә итте.

Республика президенты Джорджио Наполитано Италия партияларын берҙәмлеккә саҡырҙы:

“Беҙҙең өсөн һынау, иҫ киткес яуаплылыҡ осоро етте. Хәҙер политик көрәшкә лә, шелтәләргә лә урын булырға тейеш түгел. Ышаныс һәм үҙ- ара хөрмәт атмосфераһын булдырырға кәрәк.”

Отставкаға киткән Сильвио Берлускони үҙенең граждандарға видеомөрәжәғәтендә Монти кабинетын яҡлауы хаҡында белдерҙе.

Берлускони евро һәм Евроберләшмәһен ҡотҡарыу өсөн бөтә көстө бергә тупларға өндәне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий