понедельник, 14 ноября 2011 г.

АТЭС саммиты: Обама йәнә Ҡытайҙы тәнҡитләй.


Азия- Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлек саммитында ҡатнашыусылар үҙ- ара сауҙа шарттарын һәм иҡтисади интеграцияны еңеләйтеү хаҡында килештеләр. Гавайялағы форум “Бөтөн региональ иҡтисад юлында”тип аталған декларация ҡабул итеү менән тамамланды. Политиктар кризис осоронда донъя сауҙаһын артабан ябайлаштырырға кәрәклеген танынылар. Йомғаҡлау матбуғат конференцияһында АҠШ президенты Барак Обама юань үҫешен сикләгәне өсөн йәнә Пекинды тәнҡитләне.

“Проблема шунда: Ҡытайҙа йәшәп килгән системаға ҡулайлашҡан һәм политик йәһәттән быны үҙгәртергә мөмкинлектәре булмаған экспортҡа тауар етештереүсе төркөмдәр бар. Мин быны аңлайым. Әммә АҠШ һәм башҡа илдәрҙе, мин уйлайым, был туйҙырҙы.”

Гонолулу саммитында Америка лидеры Канаданың Азия- Тымыҡ океан регионында дөйөм региональ ирекле сауҙа системаһын төҙөү һәм Транс- Тымыҡ океан партнерлығын булдырыу хаҡындағы һөйләшеүҙәргә ҡушылыу ниәтен хупланы. Унда ҡатнашыусылар араһында таможня кәртәләре алып ташланасаҡ, тип күҙаллана.

АТЭС-тың киләһе саммиты Владивостокта киләһе йылдың сентябрендә буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий