вторник, 15 ноября 2011 г.

Нью-Йорк полицияһы палаткаларҙан торған лагерҙы юҡҡа сығара.


”Беҙ палаткаһыҙ әйләнеп ҡайтасаҡбыҙ”-ошо һүҙҙәр менән манифестацияла ҡатнашыусылар Зукотти паркындағы лагерҙы юҡҡа сығарыусы Нью-Йорк полицияһына буйһондо.

Нью- Йорк мэры Майкл Блумберг “Уолл-стритты баҫып ал”хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙы ваҡытлыса был урамды ҡалдырып торорға саҡырҙы.

Полицияның ҡаршылыҡ күрһәтеүселәрҙең ҡулға алынасағы хаҡындағы киҫәтеүҙәренә ҡарамай, акцияла ҡатнашыусылар баррикадалар төҙөнө. Әммә әлегә тәртипһеҙлектәр хаҡында мәғлүмәттәр юҡ.

Дүшәмбе көн полиция Калифорния штатындағы Оклендтағы палаткаларҙан торған шундай уҡ ҡаласыҡты ла япты, ә унан алда- Орегон штатындағы Портлендта.

”Корпоратив ҡомһоҙлоҡ һәм социаль тигеҙһеҙлек”кә ҡаршы демонстрациялар Нью-Йоркта тыуҙы һәм донъяның төрлө мөйөштәрендә яҡлау тапты.

Бөгөн хәрәкәттең сайтында 17 ноябрҙә ҙур демонстрацияға сығырға саҡырыу барлыҡҡа килде. Ул ҡаршылыҡ акцияһы башланыуға ике ай тулыу датаһына төбәп үткәрелә. “1% беҙҙең кисәне оҙаҡ онота алмаясаҡ”- ошондай яҙмалар бар социаль селтәрҙә. Хәрәкәттә ҡатнашыусы активистар 1 % тип милли байлыҡты контролдә тотоусы иң бай америкалыларҙы күҙ уңында тота.

Комментариев нет:

Отправить комментарий