вторник, 15 ноября 2011 г.

Франциялағы тәүге “пират процесы.”


Францияла 2008 йылдың сентябрендә Аден ҡултығында бортында ике француз булған яхтаны баҫып алыусы Сомали пираттары өҫтөнән суд эше башлана. Францияла бындай процесс тәүге тапҡыр үткәрелә. Хөкөм ителеүселәр эскәмйәһендә ир һәм ҡатынды урлаған һәм тотҡон итеп тотҡан 6 кеше.

Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, енәйәтселәр ҡораллы төркөм составында эш иткәндәр. Үҙҙәре әйтеүҙәренсә, улар Сомалиҙың ябай балыҡсылары.

Ни эшләп пират булып киттегеҙ тигән һорауға ғәйепләнеүселәрҙең адвокаты былай тип яуап бирҙе:

“Ике сәбәп бар. Беренсенән, улар сиктән тыш мохтажлыҡ кисерә, бер нәмәләре лә юҡ. Климат насар, диңгеҙ һәм сүллек араһындағы ауылдарында хатта юл да юҡ. Икенсенән, пират булырға мәжбүр булғандар ҙа бар. Пираттар килеп, уларға үҙҙәренә ҡушылырға бойорғас, сараһыҙҙан улар менән китергә мәжбүр булалар, юғиһә уларҙы һыуға ырғытырҙар йә үлтерерҙәр ине. Бында физик һәм психологик көс ҡулланыу күренеп тора. Үҙҙәрен улар бынан бер нисек тә йолоп ҡала алмаған.”

Ғәйепләнеүселәрҙең береһенә 18 йәш тә юҡ, шуға күрә тикшереүҙе бәлиғ булмағандар суды алып бара. Ҡалғандары 21 йәштән 35 йәшкә ҡәҙәр.

Бындай енәйәттәр өсөн француз закондары буйынса ғүмерлеккә төрмәгә ябыуҙары ихтимал. Вердикт 2 декабрҙә булыр тип көтөлә.

Комментариев нет:

Отправить комментарий