вторник, 15 ноября 2011 г.

Лондон Брюсселдән вәкәләттәрен арттырыуҙы һорай.


Британия премьер- министры Дэвид Кэморон Бөйөк Британия Брюсселдән вәкәләттәрҙең ҡайһы берҙәрен уға тапшырыуҙы көтә, быға яуап итеп Лондон евро зонаһын көсәйтеүгә йүнәлтелгән закон проекттары менән ризалашасаҡ, тип белдерҙе. Парламент комиссияһы ағзалары алдында сығыш яһағанда ла Кэморон ошо хаҡта иҫкә төшөрҙө:

“Әгәр Брюссель ҡайһы бер вәкәләттәрен Лондонға тапшырһа, Лондон бынан отор ине тип күптән әйтә киләм,-”тип белдерҙе кабинет етәксеһе һәм ҡайһы бер өлкәләрҙә Евроберләшмәнең ҡарарҙары Бөйөк Британияға зыян килтереүен һыҙыҡ өҫтөнә алды, был айырыуса баҙар иҡтисады өлкәһенә ҡағыла.

Финанс көрсөгө Европаның берҙәм валютаһын ҡаҡшатты. Германияның финанс министры бынан алдараҡ евроны көсәйтеү эше Лиссабон килешеүенә байтаҡ үҙгәрештәр индереүҙе талап итәсәге тураһында белдергәйне. Эксперттар билдәләүенсә, ниндәй генә политик ҡарарҙар ҡабул ителһә лә, Бөйөк Британия яҡын киләсәктә үҙенең милли валютаһынан айырылмаясаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий