вторник, 29 ноября 2011 г.

Франция: атаһы улын кер йыуыу машинаһына тыҡҡан.


Ял көндәрендә бөтә Францияны өс йәшлек малайҙың үлеме тетрәндерҙе. Атаһы улын кер йыуыу машинаһына тыҡҡан булған. Енәйәттә ғәйепләнеүсе ир ҡулға алынған. Ҡәйнәһенең һүҙҙәре буйынса, ул һәр саҡ агрессив холҡо менән айырылып торған, ә ҡатыны үҙен хоҡуҡһыҙ итеп тойған.

Париждан алыҫ түгел ерҙә булған был ваҡиға йәмғиәттә балалар хоҡуғын һаҡлау мәсьәләләре һәм имен булмаған ғаиләләр өҫтөнән властарҙың әүҙемерәк күҙәтергә тейешлеге хаҡындағы әңгәмәләрҙе йәнә ҡуйыртып ебәрҙе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий