Бразилияла “ялған туғандар”ҙы тотҡандар.
Бразилияла үҙҙәрен авиаһәләкәт ҡорбандарының туғандары итеп күрһәтеүсе енәйәтселәр тотолған. Улар, һәләк булғандар исемлегендә вариҫтары булмағандарҙы табып, ялған документтар эшләгәндәр һәм аҡсалата компенсация алғандар. Бандала ике тиҫтәләп кеше булған. Улар кеҫә ҡалынайтҡан фажиғәләр араһында ике йыл элек Бразилия ярҙарында һәләкәткә осраған Air France “Аэробус”ы ла бар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий